Башҡортостан "Үлемһеҙ полк" акцияһына әҙерләнә

Геройҙар менән бер сафта. 9 майҙа Башҡортостанда “Үлемһеҙ полк” акцияһы үтә.  Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов уның төп мәлдәре тураһында һөйләне.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовҡа Өфөлә ҡуйыласаҡ һәйкәлдең нигеҙенә һалынған тупраҡ бөтә республиканан йыйыла. 9 майҙа монумент нигеҙенә ер тултырылған гильза һалыу ҡарала. Еңеү көнөндә Өфөлә Рәсәй һәм Башҡортостан артистары ҡатнашлығында ҙур концерт үтә. Ул “Торатау” Конгресс-холы янындағы амфитеатрҙа ойошторола. Тамашала Рәсәйҙең  халыҡ артистары Лев Лещенко һәм Николай Басковтың ҡатнашыуы көтөлә. Киске сәғәт унда Еңеү салюты була.