Өфөлә парктар талпан һәм сысҡандарҙан эшкәртелә

Республика дезинфекция үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 10 меңдән ашыу гектар биләмәне эшкәртеү ҡарала. Халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа, парк һәм скверҙарҙа махсус препараттар ҡулланыла. Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең вирусология лабораторияһы етәксеһе Шамил Ибраһимов әйтеүенсә, талпан булған урында йоғошло ауырыуҙар йоҡтороу хәүефе ҙур, шуға һаҡланыу сараларын үтәргә кәрәк.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Уңайлы һауа шарттары булғанда парк һәм скверҙар 8 майға тиклем эшкәртелеп бөтөргә тейеш.