Пассажирҙар өсөн ыҙғыш. Водителдәр араһында ҡупҡан низағ йыш ҡына көс ҡулланыуға тиклем барып етә. Ошондай хәлдәрҙең береһе уҙған аҙнала Дәүләкән ҡалаһында теркәлә. Клиенттарҙы тартып алыусы легаль булмаған таксист «Башавтотранс» водителе менән бәхәскә инә. Һөҙөмтәлә «Лада Ларгус» хужаһы үҙенең дәғүәсеһенә газ балонын һиптертә. Теманың дауамы киләһе репортажда.
«Башвтотранс» предприятиеһы кассаһы эргәһендә бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Улар билет алып республиканың төрлө төбәктәренә юллана. Клиенттарҙың күплеге башҡа водителдәрҙе, шул иҫәптән легаль булмаған таксистарҙы ла ҡыҙыҡһындыра. Йыш ҡына законһыҙ эшмәкәрлек алып барыусылар клиенттарҙы «урлауҙан» да тартынмай.
Клиенттар өсөн көрәш төбәктәрҙә лә бара. Мәҫәлән, уҙған аҙнала Дәүләкәндә республиканың дәүләт ташыусыһы һәм «Лада Ларгус» водителдәре араһында бәхәс ҡуба. Пассажирҙар өсөн ыҙғыш күңелһеҙ тамамлана. Такси хужаһы газ балоны ҡулланып, автобус водителенең күҙен йәрәхәтләй.
Был хәлдән һуң автобус водителенә бер нисә көн больничныйға китергә тура килгән, ә бына «Лада Ларгус» водителе пассажирҙар ташыуын дауам итә. Бөгөн дә ул Дәүләкәндән Өфөгә клиенттар алып килгән.
Такси водителе БЮТ каналы хәбәрсеһенең һорауына яуап биреүҙән баш тартты. Ул машинаһына ултырып, ҡасыу яғын ҡараны. Дәүләкәндә теркәлгән ваҡиға буйынса полиция хеҙмәте тикшереү башлаған.
Илдар Байбулатов