Өфөлә Юғары суд биләмәһендә пилот проект булараҡ ғәмәлгә ашырылған сарала республика судтарының мәғлүмәт-аналитика бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Осрашыуҙа суд системаһы эшмәкәрлеге тураһындағы материалдарҙың һанын арттырыу, сифатлы баҫмалар әҙерләү, журналистар менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү юлдары тураһында фекер алышынды. «Мәғлүмәт клубы» сиктәрендә тәжрибәле белгестәр репортаж әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Флорида Ким