Уҙған йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткес ун өс меңгә күберәк. Диктант яҙыу буйынса мең ярымдан ашыу оффлайн-майҙансыҡ ойошторолдо, шулай уҡ эштәр интернет аша ла ҡабул ителде.
Телде башлап өйрәнеүселәр, иркен аралашыусылар, төньяҡ-көнбайыш диалектта һөйләшеүселәр өсөн айырым текстар әҙерләнгәйне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күләмле акцияға 2015 йылда Башҡорт дәүләт университеты коллективы тарафынан старт бирелгәйне. Дүрт йыл элек ул халыҡ-ара статус алды.
Быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән билдәле ғалимдар, тел белгестәре башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты өсөн махсус тел нормалары әҙерләгәйне. Улар менән Өфөләге күп профилле һөнәрселек колледжында үткән Халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ентекләберәк таныштырҙылар.
Юғары уҡыу йорттарында ла төньяҡ-көнбайыш башҡорттары белем кимәлен тикшереп ҡарай алды. Башҡорт дәүләт университетында ғына был төркөмдә илленән ашыу кеше ҡатнашты,өфөләрҙән тыш, Илеш, Благовещен, Асҡын, Ҡариҙел, Дүртөйлө райондарынан килеп диктант яҙыусылар ҙа булды.
Гөлназ Хәйбуллина