Башҡортостан башлығы шәмбе өмәләрендә ҡатнашыусыларға социаль селтәрҙәге сәхифәләре аша рәхмәт белдерҙе.
«Уҙған ял көндәре әүҙем уҙҙы. Ауыл ҡалаларҙа халыҡ ағас ултыртыуҙа ҡатнашты. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә 85 мең үҫенте ултыртылды. Шуларҙы 14 меңдән ашыуы, алдан хәл ителгәнсә, ике ярым метрҙан бейек, ҙур ағастар. Башлыса мәғәнәле тематик аллеяларға нигеҙ һалынды.
Йола буйынса «Йәшел Башҡортостан» акцияһы республикала йылына ике тапҡыр үтә. Яҙғы этап 23 апрелдә башланды, 10 майҙа тамамланырға тейеш. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы акцияла 200 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәт бирҙе. Республиканы хәстәрләп өмәгә ҡушылған һәр кемгә ихлас рәхмәтемде белдерәм», - тип билдәләгән Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге яҙмаһында.