Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 5 июнгә тиклем йылға-күлдәрҙә ыуылдырыҡ сәсеү мәлендә күпләп балыҡ тотоу тыйыла. Ярҙан бер ҡармаҡ менән генә ҡулланырға рөхсәт ителә. Ике ай дауамында республикала махсус операция ойошторола һәм һыу ятҡылыҡтарында тикшереү көсәйтелә.