Башҡортостанда балалар һәм йәштәрҙең йәйге ялына әҙерлек бара

Был тема Республика Йәмәғәт палатаһы уҙғарған түңәрәк өҫтәлдә ҡаралды. Унда йәйге һауыҡтырыу кампанияһын ойоштороу, санитар талаптар, ял итеү, һыу обьекттарында хәүефһеҙлек, аш-һыу менән тәьмин итеү кеүек мәсьәләләр күтәрелде. Йәмәғәт палатаһының профилле комиссия рәйесе Марина Таран.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быйыл республикала 1 мең 258 мәктәп лагеры, 844 балалар һәм 90 ҡала яны лагерын асыу планлаштырыла. “Балалар хәүефһеҙлегенә төп иғтибар бирелә”, - ти Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһы идаралығының өлкән инспекторы Линар Зинуров. Әлеге көндә балаларҙы ташыясаҡ транспорт тикшерелә, водителдәр аттестация үтә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Уҙған йылда республика лагерҙарында 200 меңдән ашыу бала сәләмәтлеген нығытҡан.