Шишмә районының Енғалыш ауылы быуаһындағы һыуҙы махсус экспертиза тикшерәсәк

Һыу ятҡылығында күпләп балыҡтар үлеүе теркәлгәйне. Урындағы халыҡ был хәлдә гидроҡоролма етәкселеген ғәйепләһә, быуа хужалары, киреһенсә, ауыл халҡының битарафлығына ишаралай. Ул арала быуаға экологик һәләкәт янай, ти белгестәр.

Табан балыҡ, алабуға, суртан, карп. Яр буйында ун килограмға еткән балыҡтар түгелеп ята. Ләкин ул балыҡсылар табышы түгел. Киреһенсә, ҙур юғалтыу.

Бик йәл күренеш. Бындай ҙур балыҡтарҙы ҡармаҡҡа ла эләктергән юҡ ине. Хәҙер инде бөтөнләй эләкмәҫ. Ярты көн ултырабыҙ, бер тапҡыр сиртеп тә ҡараманы.

Леонид Матвеев, балыҡсы

Урындағы халыҡ әйтеүенсә, Ҡайғалыш йылғаһындағы бауала балыҡтар үлеүе һуңғы һигеҙ йыл рәттән теркәлә. Барыһына ла гидроҡоролма хужалары ғәйепле, тип һанай улар. Йәнәһе лә, яҙ быуанан һыу ағыҙғанда балыҡтар боҙ аҫтына ҡалып баҫылып ҡырыла.

Быуаны ағыҙған саҡта өҫ яҡтараҡ һыу бөтөнләй ҡалмай. Балыҡсылар мәке уйып ҡарағандар ине, мәтегә терәлде. Унда ниндәй балыҡ йөҙә алһын инде. Боҙ бар балыҡты баҫып һәләк итте. Хәҙер ун йылға яҡын ошондай хәл.

Дмитрий Меркулов, Енғалыш ауылында йәшәүсе

Быуа етәкселеге иһә халыҡтың үҙен битарафлыҡта ғәйепләй. Балыҡтар ни бары һауа етмәгәнлектән ҡырыла, тип иҫбатлай улар.

Гидротехник ҡоролма ауыл хужалығы ихтыяжы өсөн төҙөлгән. Беҙ сәсеүлектәрҙе һуғарыу өсөн яуаплыбыҙ. Билдәләнгән графикҡа ярашлы, быуаны асабыҙ. Ә һыуҙа барлыҡҡа килгән тереклек өсөн яуап тотмайбыҙ. Әгәр йылғала балыҡ үрсеүен теләйҙәр икән ваҡытында мәкеләр уйыу кәрәк. Балыҡтар һауа етмәгәнлектән ҡырыла.

Иван Потапов, «Башмелиоводхоз» идаралығының Өфө филиалы директоры

Ҡайғалыш йылғаһы да бысратырлыҡ предприятиелар, заводтар ҙа юҡ. Йыуынты һыуҙар ҙа ағып төшөрләк түгел. Әммә ниндәй генә сәбәптән ҡырылмаһын үлгән балыҡтарҙан экологияға зыян килере билдәле.

Яҡшы яғы юҡ инде. Үлгән балыҡтар сереп бөтөр ҙә ул, ләкин һыуҙың сифатына ла тәьҫир итәсәк. Әле бит беҙ ҡырылған балыҡтың бер өлөшөн генә күрәбеҙ. Быуа төбөндә тонналап ята улар.

Рөстәм Мифтахов, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө яны биләмәһе идаралығы етәксеһе урынбаҫары

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы иһә мәсьәләгә фәнни күҙлектән яуап бирәсәк. Һыуҙың сифатына анализдар алынды. Һөҙөмтәләр аҙна ун көндә әҙер буласаҡ. Әгәр һыу аҫты тереклеге яһалма шарттарҙа ҡырылыуы асыҡланһа, яуаплылар ҡануниәт нигеҙендә язаһын аласаҡ.

Айнур Кәбиров