Бөгөн Чернобыль атом электр станцияһындағы фажиғәгә 36 йыл

Башҡортостанда радиация йоғонтоһона дусар булған 3 мең ярым самаһы кеше йәшәй. Уларҙың күбеһе Чернобыль атом электр станцияһындағы фажиғәлә зыян күргән. Бөгөн Өфөлә ошо уңайҙан төрлө саралар үтә.

Инвалид-чернобылсылар, атом авариялары һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар һәм уларҙың тол ҡатындары менән осрашыуҙар ойошторола, Еңеүҙең 50 йыллығы паркындағы һәйкәлгә сәскә һалына.