Ковид-19 инфекцияһы эҙемтәләре ваҡытында асыҡлана

Башҡортостанда йөҙ меңдән ашыу кеше киңәйтелгән диспансер тикшереү үткән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, былтыр июлдән коронавирус үткәреүселәргә комплекслы медицина тикшереүҙәре уҙғарыла. Йөрәк-ҡан тамырҙары, тын юлдарындағы үҙгәрештәр билдәләнә. Өфөнөң 21-cе ҡала клиник дауаханаһының 1-cе поликлиникаһында ойошторолған профилактик эш менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә танышты.

Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған Нәфисә Вахитова ҡан баҫымы күтәрелеүгә, башы ауыртыуға, тыны ҡыҫылыуға зарлана. Коронавирус эҙемтәләре. Былтыр августа оло йәштәге ханым ауыр хәлдә дауаханаға эләккән, инде йүнәлдем-аяуһыҙ сир сигенде тигәндә, быйыл зарарлы вирусты ҡабаттан йоҡтороп, сәләмәтлеге бөтөнләй ҡакшаған.

Ковид-19 инфекцияһын үткәреүселәр поликлиникала киңәйтелгән диспансер тикшереү үтә ала. Профилактика бүлегендә башта анкета тултырыла, артабан аҡ халатлылар пациенттың ҡан баҫымын, сатурацияһын үлсәй. Шулай уҡ медицина тикшеренеүҙәренең беренсе этабына йүнәлтмә тапшыра.

Күкрәк ситлеге рентгенографияһы, спирометрия, атлап йөрөүгә алты минутлыҡ тест та үтергә тура киләсәк. Артабан барлыҡ тикшереү һөҙөмтәләре менән терапевт таныша. Хроник ауырыуҙар барлыҡҡа килеү хәүефе билдәләнә.

Киңәйтелгән диспансер тикшереү һөҙөмтәләре буйынса пациентта хроник ауырыуҙар асыҡланған осраҡта, уға тейешле дауалау курсы ойошторола, медицина реабилитацияһы тәғәйенләнә. Белгестәр билдәүәленсә, коронавирусты урта һәм ауыр формала үткәреүселәр үҙ һаулығына айырыуса иғтибарлы булырға тейеш. Һауыҡҡандан һуң алтмыш көн үткәс, мотлаҡ рәүештә комплекслы тикшеренеү үтергә кәрәк.

Гөлназ Хәйбуллина