Мәсьәлә Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы башланғысындағы конференцияла ҡаралды. Инвалид балаларға ситтән тороп ярҙам күрһәтеү пандемия шарттарында көнүҙәк проблемаға әүерелә.
Әңгәмәлә ҡатнашыусылар онлайн бәйләнеш аша Удмурт Республикаһы, Новосибирск, Омск, Псков өлкәләре һәм башҡа Рәсәй субъекттары тәжрибәләре менән танышты. Инновацион тип танылған практикалар төбәктә тормошҡа ашырыласаҡ.
Рәзилә Ғиниәтуллина