7-9-сы синыф уҡыусылары өсөн ойошторолған ижади лаборатория Өфөнөң өс майҙанында үтә.
“Драмквадрат” проектының беренсе этабында драматургия үҙенсәлектәре, сценарий яҙыу оҫталығы буйынса дәрестәр ойошторола. Драматургия һәм режиссура үҙәге тормошҡа ашырған проектта барлығы йөҙҙөн ашыу кеше ҡатнаша. Улар араһында баш ҡала мәктәптәре уҡыусылары, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр бар.
Ижади лаборатория һуңында үҫмерҙәр социаль видеороликтар циклы өсөн сценарий яҙа. Уны Өфө театрҙары актерҙары һәм “Башҡортостан” киностудияһы ярҙамында төшөрөү күҙаллана. Видеороликтар презентацияһы көҙгө тәғәйенләнгән. Шулай уҡ, быйыл проектҡа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы ла ҡушылған.
Әлфинә Килдейәрова