Яҡтар иҡтисадта төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәре тураһында фекер алышты. Радий Хәбиров Яҡут халҡын Рәсәй составында автономиялы республика ойошторолоуға йөҙ йыл тулыу уңайынан ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Байрам саралары 29 апрелдә үтә.
Осрашыуҙа малсылыҡ һәм үҫемлекселекте үҫтереү, ауыл хужалығы йүнәлеше буйынса тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлектәре лә ҡаралды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан һәм Яҡут республикалары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне.
Гөлназ Хәйбуллина