Өфөлә профсоюз активистары “Тыныслыҡ өсөн! Хеҙмәт! Май!” Бөтә Рәсәй автосәфәре колоннаһына ҡушылды

 “Тыныслыҡ өсөн. Хеҙмәт. Май!” һәм “Милләтселекһеҙ донъя өсөн”. Бөгөн Өфөлә шулай тип аталған митинг үтте. Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы ойошторған автосәфәр 12 апрелдә Владивостокта башланды. “Профсоюз ойошмалары йыл һайын акциялар уҙғара. Быныһына Рәсәй Армияһына, ил президентына хуплау белдереү маҡсатында старт бирелде”, - ти Рәсәй агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Ҡәҙриә Ғәйнетдинова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәһәк тә, донъяға ҡарашыбыҙ, уртаҡ тарихыбыҙ беҙҙе берләштерә”, - ти Башҡортостан профсоюздар федерацияһы бүлек етәксеһе Риф Әлмөхәмәтов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Автосәфәргә Башҡортостан профсоюздар федерацияһынан 5 машина ҡушылды. Колонна артабан Түбәнге Новгород аша Мәскәүгә юл тота. 1 майҙа Ҡыҙыл майҙанда профсоюз вәкилдәренең тантаналы парады үтә. Сәфәрҙә ҡатнашыусылар 9 май – Бөйөк Еңеү көнөн Волгоградта ҡаршыларға ниәтләй. Улар Мамай Ҡурғанында булған сараларҙа ҡатнашырға иҫәп тота.