Өфөлә «Үҫеш инсайты» республика йәштәр фестивале уҙҙы

Бөгөн сарала ҡатнашыусылар менән Радий Хәбиров осрашып йәштәргә кәңәштәрен еткерҙе, һорауҙарына яуаптар бирҙе.

Фестиваль икенсе йыл рәттән «Үҫеш биләмәһе» һәм «Смарт- Тау» форумдарын берләштерә. Унда 18 йәштән 30 йәшкәсә уҡыусылар, студенттар һәм йәш белгестәр – проект резиденциялары лидерҙары ҡатнаша.

Программа буйынса Өфөнөң ете районы һәм республика ҡалаларында 15 резиденция булдырылған. Өс көн дауамында төбәк һәм федераль эксперттарҙан оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, йәштәр үҙ тәҡдимдәре тураһында һөйләне. Каринэ Хәбирова йәш быуынға үҙ юлдарын табыу, һәләттәрен асыҡлау һәм үҫтереүҙә проекттың әһәмиәтен билдәләне.

Конкурста ҡатнашҡан проекттарға 20, 30, 50 мең һум күләмендә гранттар бүленә. Шулай уҡ уларҙың иң яҡшылары Рәсәй кимәлендәге бәйгеләрҙә ҡатнаша ала. Былтыр «Уңыш инсайты» проекттары 23 миллион һумдан ашыу федераль грант отҡан. Йәштәр төрлө йүнәлештәрҙә проекттар менән сығыш яһаны. Мәҫәлән, Өфө ҡыҙы Азалия йәйге лагерь булдырыу тураһында хыяллана, Сибай ҡыҙы Эльвина Сәйетова һәр кемдең шәжәрәһе электрон форматта булырға тейеш, тигән фекерҙә.

Рәмилә Исмәғилева