Башҡортостан нацизмға ҡаршы автосәфәрҙә ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте

Унда Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы вәкилдәре ҡатнаша. Улар дәүләт башлығына теләктәшлек белдереп ҡалалар буйлап уҙа. Автосәфәр 12 апрелдә Владивостокта башланды һәм 9 майҙа Волгоградта тамамлана. Бөгөн автоколонна Өфөлә. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Һәр йылдағыса май байрамдары алдынан Профсоюз ойошмаларының тантаналы митингы үткәреүе ғәҙәти күренеш. Йолаға әйләнгән сара айырыуса быйыл әһәмиәтле. Республика Профсоюздар йорто алдына йыйылыусылар бөгөн «Тыныслыҡ. Хеҙмәт. Май өсөн!» генә түгел, «Нацизмһыҙ донъя өсөн» лозунгыһын күтәреп сыҡты.

Бөтә Рәсәй акцияһы тотош донъя өсөн әһәмиәтле, тәүге йыһангир Юрий Гагарин осҡан көндә башлана. Һәм бөгөн автосәфәр ҡатнашыусыларын Башҡортостан ҡабул итте. Маҡсаты бер.

Митингта Башҡортостан Хөкүмәте, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы, Өфө ҡала хакимиәте, республика Профсоюз ойошмаһы ағзалары, шулай уҡ ветеран ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Уларҙың маҡсаты бер – дәүләт башлығына теләктәшлек белдереү. Сөнки йәмғиәтте берләштереү,

Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы тарафынан ойошторолған акция илдең 15 ҡалаһын иңләйәсәк. Улар араһында Благовещен, Хабаровск, Омск, Екатеринбург кеүек ҡалалар бар.

Азат Ғәлиуллин