18 апрелдән «Сәләмәтлек поезд»арында 3 мең ярымдан ашыу кеше тикшереү үткән

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә проекттың тәүге һөҙөмтәләре тураһында яҙып сыҡты. Башҡортостан башлығы табиптар өсөн алдан яҙылыу талап ителмәүен хәтерләтте һәм аҙнаның икенсе яртыһына поездарҙың хәрәкәт теҙмәһен тәҡдим итте. Уны һеҙ әле экранда күрәһегеҙ. Быйыл күсмә бригадалар 192 кешелә йөрәк-ҡан тамырҙары сирен, 11-дә яман шеш, 80 осраҡта шәкәр диабеты сирен асыҡлаған, туберкулез 1 кешегә ҡуйылған.

28 апрелдә «Сәләмәтлек поезы» Архангел районы Абҙан, 29 апрелдә Тирәкле ауылдарында эшләй. 28-29 апрелдә шулай уҡ Салауат районы Лаҡлы ауылында йәшәүселәр тикшереү үтә ала. Шул уҡ көндәрҙә поезд Бөрө районы Бахтыбай һәм Бүздәк районы Ташлыкүл ауылдарына туҡтай.

Ауырғазы районында 28 апрелдә Төрөмбәт, 29 апрелдә Уҫман ауылдары халҡы тикшереү үтһә, 28-29 апрелдә күсмә табиптар төркөмө Белорет районы Үҙән ауылында ҡабул итә.

Рафиҡ Әхмәтшин