Сара йыл һайын ойошторола һәм студенттарҙың яҡынса 85 проценты үҙ һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Быйыл йәрминкәгә республика төбәктәренән 25 эш биреүсе килде.
Сарала Татарстан, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненецк округтары менән тура бәйләнеш ойошторолдо. 160 сығарылыш курс студентына 440 вакансия тәҡдим ителде. Эш биреүселәр студенттар менән әңгәмә үткәрә, хеҙмәт шарттары аңлатыла.
«Беҙҙең өмөт йәштәрҙә», – ти мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре. Яңы технологиялар менән эшләү, заманса белем биреүҙә йәш кадрҙарға ышаныс белдерелә.
Рәмилә Исмәғилева