Рәсәй тимер юлдары хеҙмәткәрҙәренә 53 мең брендлы жилет «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә урынлашҡан «Аркада» компанияһы цехтарында тегелде. Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты.
– Ҡыҙғылт-һары төҫтәге өр-яңы жилет кейгән тимер юлсыны күрһәгеҙ, белегеҙ, махсус кейем республикала етештерелгән, – тип билдәләгән Радий Хәбиров. Сиратта Рәсәй тимер юлдары өсөн ҡышҡы кейем. Бында уны тәүге тапҡыр тегәләр. Йүнселдәр шулай уҡ бирсәткә сығара башларға ла уйлай.
«Аркада» хеҙмәткәрҙәре өсөн уңайлы эш шарттары булдырылған, заманса ҡоролмалар ҡеүәтле теген фабрикалары көнләшерлек, бушлай туҡланыу ойошторолған, дөйөм ятаҡ бар. Мәсьәлә эшсе ҡулдар етешмәүҙә.
– Үҫеш сатҡыларын күреү менән кәйеф күтәрелә, тимәк, бушҡа тырышмайбыҙ. Махсус иҡтисади биләмә резиденты статусы йылдам үҫешергә һәм тыныс ҡына киләсәк тураһында уйланырға мөмкинлек, – тигән һығымта яһаған Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге яҙмаһында.
Рафиҡ Әхмәтшин