Башҡортостан башлығы Донбасстан мәжбүри күсенеүселәр менән осрашты

«Элемтәсе» профилакторийында Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан килгән 209 кеше йәшәй.

Хәбәр итеүебеҙсә, Республикаға 21 апрелдә Украинаның Херсон өлкәһенән 17 кеше килде, улар Өфөләге «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһына урынлаштырылған. Был аҙнала иһә Башҡортостан тағы ла 306 күсенеүсене ҡабул итте, уларҙың күбеһе әле «Элемтәсе» профилакторийында йәшәй.

Бында килгәндәр араһында өлкән быуын вәкилдәре лә, балалар ҙа бар. Күсенеүселәрҙең документтарын тергеҙеү, эшкә урынлаштырыу буйынса проблемалар хәл ителә, медицина тикшереүе уҙғарыла. Профилакторийҙа тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн табиптар дежурлыҡ итә.

Башҡортостан башлығы профилакторийҙа күсеп килеүселәрҙең йәшәү шарттары менән танышты, проблемалары менән ҡыҙыҡһынды. Радий Хәбиров билдәләүенсә, эш урыны табыу, яңы һөнәрҙәр үҙләштереү мөмкинлеге бар.

Балаларға килгәндә, уларҙы мәғариф учреждениеларына урынлаштырыу, белем усаҡтарына йөрөтөү хәл ителәсәк. Һорауҙарҙы ваҡытында хәл итергә, тулы шарттар тыуҙырырға тырышасаҡбыҙ, тине Радий Фәрит улы.

Рәмзиә Кәримова