Медицинаның иң ауыр һыҙығында эшләгән хеҙмәткәрҙәргә Рәсәй профсоздарының миҙалдары, маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Тәбрикләнеүселәр араһында пандемия осоронда ике йыл дауамында КОВИД-19 менән көрәштә айырым фиҙәҡәрлек күрһәтеүсе медицина хеҙмәткәрҙәре лә бар.
Ашығыс ярҙам хеҙмәте – республикабыҙҙа медицинаның иң оператив эшләгән тармағы. Кеше ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалғанда улар тәүлек әйләнәһенә тәгәрмәс өҫтөндә.
Мартта тармаҡ килешеүе нигеҙендә төнгө сменала зшләүселәргә 50 проценттан алып 80 проценттан кәм булмаған, ә водителдәргә ауырыуҙарҙы күсерешкән өсөн 20 процентҡа тиклем өҫтәмә түләүҙәр гарантияланған. Был социаль ташламалар һәм гарантиялар республикала иң юғарыһы.
Гүзәл Борханова