Рәсәй фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев Башҡортостанда эш сәфәре сиктәрендә уҡыу йорттарында йәштәр менән осрашты. Ғалим инженер лицейында ойошторолған асыҡ дәрестә өлкән синыф уҡыусылары менән аралашты.
Бынан тыш, Александр Сергеев БДМУ һәм Өфө дәүләт авиация-техник университетындағы лаборатория мөмкинлектәрен баһалап, уртаҡ маҡсаттар билдәләнде. Эшлекле осрашыу һөҙөмтәләре тураһында тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Буласаҡ табиптар заманса ҡоролмала һынауҙар үткәреп, хәүефле сирҙәрҙе асыҡлау өҫтөндә эшләй. Ҡомаҡ ағзаларында үткәрелгән һынауҙар ауырығын кешегә дөрөҫ диагноз ҡуйырға булышлыҡ итә. Студенттар яман шеш, нәҫел сирҙәре күҙәнәктәрен бер нисә тапҡыр ҙурайтып ҡарарға мөмкинлек биргән сифатлы ҡоролмала эш алып бара.
Рәсәй фәндәр академияһы етәксеһе Александр Сергеев Башҡорт дәүләт медицина университеты лабораторияһында ғәмәлгә ашырылған проекттарҙы юғары баһалап, хеҙмәттәшлекте киңәйтеү юлдарын билдәләне. Өфөлә ҡатмарлы операцияларҙы башҡарыу, ауыр сирҙәрҙе дауалау өсөн донъя кимәлендәге заманса шарттар булдырылған. Төбәктә фәнни потенциалды үҫтереү өҫтөнлөклө маҡсаттарҙың береһе булырға тейеш.
Эш сәфәре сиктәрендә Александр Сергеев Өфө дәүләт авиация техник университетының тикшереү үҙәгендә булды. Учреждение етәкселеге авиация двигателдәрен, пилотһыҙ аппараттар, машиналар өсөн конструкциялар етештереү циклы менән таныштырҙы. Рәсәй фәндәр академияһы ҡатнашлығы менән уҡыу йортонда инженерия йүнәлешендә яңы бүлмә асылды.
Өфө инженерҙар лицейының өлкән синыф уҡыусылары Александр Сергеевҡа ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын еткерә алды. Ҡыҙыҡлы һорауҙары менән тәжрибәле ғалимдың иғтибарын йәлеп итеүселәргә Александр Сергеев китаптарын бүләк итте.
Рәсәй фәндәр академияһы президенты, Башҡортостанда фәнни йүнәлештә эш башҡарыу өсөн бөтә шарттар булдырылған, тип билдәләне. Республиканың сәнәғәт, авиация-техник тармағында тағы ла юғары һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн яңы маҡсаттар билдәләнде. Ил президенты указына ярашлы, фән һәм технологиялар ун йыллығы сиктәрендә республика мәғариф учреждениеларында күләмле саралар ойоштороу күҙаллана.
Флорида Ким