Стәрлетамаҡта фестиваль ойошторолдо. Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусы тарихи, мәҙәни, милли һәм башҡа төрлө йүнәлештәрҙәге берекмәләр күргәҙмәлә ҡатнашты. 60 йәмәғәт ойошмаһы һәм егермегә яҡын ҡул эше оҫталары үҙ шөғөлө менән таныштырҙы, етештергән тауарын тәҡдим итте.
Ҡала хакимиәте социаль әһәмиәтле проекттар араһында конкурс ойоштора. Сәтрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте грантына конкурсҡа эштәр 11 майҙан 9 июнгә тиклем ҡабул ителә. Улар «Стәрлетамаҡ- әүҙем ҡала» һәм «Ҡаланы бергәләп төҙөкләндерәбеҙ» номинациялары буйынса ҡарала.
Рәмилә Исмәғилева