Быйыл Рәсәй 1812 йылғы Ватан һуғышының 210 йыллығын билдәләй. Тарихтан билдәле булыуынса, был һуғышта башҡорт халҡы ла оло ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Иҫтәлеклен дата уңайынан ифтарҙа ҡатнашҡан милләттәштәребеҙ халҡыбыҙҙың данлы үткәнен иҫкә төшөрҙө.
Халыҡ ижадына ингән йыр-бейеүҙәр тарихын иҫкә төшөрҙө. Башҡорттарҙың 1812 йылда күрһәткән батырлығы донъя тарихсылары хеҙмәттәрендә лә телгә алына.
«Рамаҙан сатыры» проекты ватандаштарҙы бергә йыйыуҙан тыш, унда ҡатнашҡан һәр төбәктең тарихы һәм мәҙәниәте тураһында бай мәғлүмәт биреүе менән дә әһәмиәтле. Илдең баш ҡалаһында ифтар үткәрергә теләүселәр күп һәм был хоҡуҡ барыһына ла бирелмәй.
Мәҙәни-хәйриә кисәлә Башҡортостан вәкилдәре быйыл өсөнсөгә ҡатнашты. Ике тиҫтә йыл дауамында проект мосолман донъяһының төрлө халыҡтарын берләштереүсе, милләт һәм конфессия-ара татыулыҡты нығытыусы саарға әйләнгән. Башҡортостан мосолмандары ла хәйриә кисәһендә халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығын, боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ҡәҙерләп һаҡлауын күрһәтте.
Азат Ғәлиуллин