"Ауыл табибы" һәм "Ауыл фельдшеры" программалары шарттары киңәйтелде

Хөкүмәттән хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер медицина хеҙмәткәрҙәре мотлаҡ ауылға ғына эшкә урынлашырға тейеш түгел. Бәләкәй ҡалалар һәм ҡала рәүешендәге ҡасабаларға барыусы йәш белгестәргә лә ярҙам күрһәтелә. Табиптарға 1 миллион һум бирелә. Фельдшер, акушер, шәфҡәт туташтарына 500 мең һум түләнә. Төпкөл ауылдарға барыусыларға дәүләт ярҙамы 50 процентҡа ҙур була.