Башҡортостан башлығы Указы менән ике йыл элек был көн 2 майға билдәләнгәйне. Быйыл иһә ул Ураҙа байрамына тура килә. Шуға ла датаны 30 апрелгә күсереп тороу тураһында ҡарар ителде. Уны бөтә конфессиялар вәкилдәре лә хупланы. Зыяраттарҙа ҡәберлектәр тәртипкә килтерелә, сүп-сарҙан таҙартыла. Өфөләге өс зыяратҡа махсус автобустар рейсҡа сыҡты. Урында һыу менән тәьмин итеү ҡаралған, сүп-сар өсөн контейнерҙар, шулай уҡ бәҙрәфтәр урынлаштырылған.