Өфөлә «Яҡташлыҡ көсө» форумы үтте

Уның сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән былтыр мартта старт алған «Атайсал» проектына йомғаҡ яһалды. Бер йыл эсендә изге эштәргә ынтылған яҡташтар көсө менән Кесе Ватан – тыуған яҡтың йөҙөн үҙгәртеүгә ярты миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, барлығы биш меңдән ашыу проект тормошҡа ашырылған.

Район-ҡалаларҙа йөҙҙәрсә балалар һәм спорт майҙансыҡтары булдырыла, шишмәләр төҙөкләндерелә, мәсет, сиркәүҙәр сафҡа индерелә, китапханалар фонды байытыла. Форумдың пленар ултырышында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индергән замандаштарыбыҙҙы бүләкләп үтте.

Тормошҡа ашырылған проекттар һаны буйынса Ҡалтасы, Стәрлетамаҡ, Краснокама, Салауат, Мәләүез райондары, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Ағиҙел һәм Салауат ҡалалары алдынғы урында.

«Яҡташлыҡ көсө» форумында «Илһамландырырға тыуғандар», «Атайсал» проектының бөгөнгөһө һәм үҫеш мөмкинлектәре» тип исемләнгән секциялар эшләне. Күләмле сараға меңдән ашыу кеше саҡырылғайны, уларҙың күбеһе «Атайсал»да бағыусы булараҡ сығыш яһаған.

Форумда йәш яҡташтар берлегенең үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында ла һүҙ барҙы. Спикерҙар заманса шарттарҙа берләшеп эшләү идеялары менән уртаҡлашты. Студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.

Гөлназ Хәйбуллина