Урамда һатыу итеүселәргә штраф һалынмай

Һүҙ үҙ продукцияһы менән сауҙа итеүселәр хаҡында бара. Был туралағы закон проекты бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында ҡабул ителде. Ҡануни документ әлеге санкция шарттарында кешеләргә аҡса эшләргә форсат биреү маҡсатын күҙ уңында тота.

Бынан тыш, депутаттар тағы ла 4 тиҫтәнән ашыу закон проектын ҡараны. Парламент ултырышында Республика башлығы ла ҡатнашты. Төп темалар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Экология кодексына үҙгәрештәр индереү, айнытҡыстар ойоштороу, балыҡсылыҡты, һыуҙың биологик ресурстарын һаҡлау, ер һәм мөлкәт мөнсәбәтттәре хеҙмәткәре көнөн билдәләү. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бөгөнгө ултырышында ла төрлө тармаҡтарға ҡағылған закон проекттары ҡарала.

Санкциялар менән бәйле ҡануни үҙгәрештәр ҙә бар. Мәҫәлән, урамда үҙ продукцияһын һатыусыларҙы штрафтан азат итеү. Йәғни халыҡҡа аҡса эшләү мөмкинлеге биреү, ҡамасауламау. Ә экология кодексына өҫтәмәләр тәбиғәткә зыяндан килгән штрафтарҙы маҡсатлы тотоноуҙы күҙ уңында тота.

Парламент ултырышында йәмғеһе 4 тиҫтәнән ашыу ҡануни документ ҡаралды. Шулай уҡ депуттар бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫарын да һайланы. Күпселек тауыш менән был вазифаға Рөстәм Әхмәҙинуров тәғәйенләнде. Рөстәм Марат улы быға тиклем дә ошо вазифаны биләй ине, әммә йәмәғәт башланғысында. Хәҙер иһә ул рәсми нигеҙҙә эш башлай.

Сәйәси фирҡәләр алдында әле берләшеү, уртаҡ маҡсаттар ҡуйып эшләү бурысы тора. Ошо маҡсатта Башҡортостан башлығының төрлө партиялар менән осрашыуҙары уҙа. Радий Хәбиров әлегә тиклем Коммунистар партияһы ағзалары менән фекер алышты, сиратта- Либерал-демократик фирҡә вәкилдәре.

Депутаттар алдында Башҡортостандың кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Закомалдин да сығыш яһаны. Ул республикала медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ булыуын билдәләне. Әле дауаханаларҙа 1 мең 645 табип һәм 1 мең 541 шәфҡәт туташы етмәй.

Әлеге шарттар Парламент ултырышының регламентына ла, йөкмәткеһенә лә йоғонто яһай. Депутаттар алдында төп маҡсат булып иҡтисади көсөргәнешлекте кәметеү, халыҡты социаль яҡлауҙы арттырыуға йүнәлтелгән ҡануни документтар ҡабул итеү тора. Шул уҡ вакытта сәйәси фирҡәләрҙең берләшеүе, бер төптән эшләүе хаҡында ла һүҙ бара. Сөнки берҙәмлек менән көслөбөҙ тигән һүҙҙәр бөгөн айырыуса көнүҙәк яңғырай һәм тәрән мәғәнәгә эйә.

Рәмзиә Кәримова