Яҙ һәм хеҙмәт байрамы алдынан бер төркөм хеҙмәт алдынғыһына дәүләт наградалары тапшырылды

Бер төркөм һөнәр эйәләре Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡулынан Хеҙмәт ҡаһарманлығы миҙалы һәм Рәхмәт хаты алды. Тантаналы сарала хеҙмәт династиялары ла тәбрикләнде. Улар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева таныштыра.

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, табиптар, ғалимдар, уҡытыусылар, завод эшселәре, таусылар, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа тармаҡта эшләүселәр бер залда йыйылды. Төрлө һөнәр эйәләрен бер маҡсат хеҙмәткә һөйөү берләштерә. Улар күп йыллыҡ хеҙмәтендә уңыштарға ирешкән һәм республикабыҙ үҫешенә тос өлөш индергән.

Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә «Мөнирә» мәсетен төҙөткән, «Урал» спорт клубының хоккей майҙанын хеҙмәтләндерә, йәш быуынды тәрбиәләүҙә, хәйриә эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Мөнирә Байгилдина хаҡында уның изге эштәре һөйләй һәм эшҡыуарҙың йүнселлегенә бөгөн республика етәксеһе лә һоҡланыуын белдерҙе.

Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан сәнғәте «йондоҙҙары» ла бар. Ҡурай уны, ул ҡурайҙы данлаған Ишморат Илбәков колонналар залынан миҙал тағып ҡайта. Нәзифә Ҡадированың моң менән тулы күңеле Радий Хәбиров ҡулынан награда алғандан һуң йырламай түҙә алманы.

Ҡабатланмаҫ көр тауышлы, инде нисәмә йылдар тамашасыларын ижады менән арбаған йырсы ҙур хыялдар менән йәшәй.

Ул үҙе хаҡында йырҙағыса, кәрәккәндә машинист йә тракторсы, ти. Бөрйән урмансыһы бөгөн еңел булмаған хеҙмәтенә баһа алды. Йәшел ҡалҡан һаҡсыһы был һөнәргә ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен бағышлаған.

Уларҙың бөтәһенә 1230 йыл. Ишембай ҡалаһында йәшәүсе Шәнгәрәевтарҙа уҡытыусы һөнәре быуындан-быуынға күсә килә. Уҡытыусылар династияһының дүрт вәкиле бөгөн тантаналы сараға саҡырылған. Уларҙың фиҙакәр эше «Рәхмәт хаттары» һәм миҙал менән бүләкләнде.

Радий Хәбиров Әнүәр Шәнгәрәевтың күкрәгенә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы» миҙалын тағыуына айырыуса ғорурланыуы тураһында белдерҙе. Меңләгән малай һәм ҡыҙҙарҙы ул физкультуранан уҡытты, һәм шул иҫәптә мин дә бар, тине ул.

Тантана һуңында республика етәксеһе етеп килгән 1 май байрамы менән ҡотланы һәм сәләмәтлек, артабан да хеҙмәт уңыштары теләне.

Рәмилә Исмәғилева