Рәсәйҙә янғын һағы барлыҡҡа килеүгә – 373 йыл

Ошо айҡанлы Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында тантаналы сара үтте. Унда янғын һүндереү тармағында эшләүселәр бүләкләнде, яңы хеҙмәт юлын башлаусылар хәрби ант ҡабул итте. Ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

6 йәшлек Алианна һөйләгән шиғыр юлдарына ҙур мәғәнә һалынған. Янғын һүндереүсе - хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе. Иң мөһиме - утты һүндереү генә түгел, ә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу. Теүәл бер йыл элек Өфөнөң Амантай урамындағы күп фатирлы йортта көслө янғын сыға. Ут ялмап алған йорттан 92 кеше, шул иҫәптән 26 бала эвакуациялана. Һәләк булыусылар юҡ.

Марат Латипов, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе

Беҙҙә заводтар күп, унда хәүефле етештереү процестары ла булыуы мөмкин. Янғын һүндереүселәр барыһын да белергә бурыслы. Шулай уҡ йорттар өҫкә ҡалҡҡандан -ҡалҡа, сауҙа үҙәктәренең майҙаны киңәйә. Уларҙы уттан ғына түгел, башҡа төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡларға кәрәк.

Рәсәйҙең янғын һағы көнө алдынан ҡыйыулыҡ күрһәткән 30 янғын һүндереүсе дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Бынан тыш, сараға Учалы ҡалаһында йәшәүсе 18 йәшлек Яна Насирова ла саҡырылғайны. 2020 йылдың 13 декаберендә ҡыҙ йәшәгән йортта янғын сыға. Ҡурҡыу белмәгән үҫмер үҙе генә ҡотолоп ҡалмай, ут эсенән һеңлеһе менән зыян күреп өлгөргән үгәй атаһын да тәҙрә аша алып сыға.

Миндә ҡурҡыу тойғоһо булманы. Әгәр һөрөм еҫе менән тын алһам үҙемде лә, башҡаларҙы ла ҡотҡара алмауымды аңлай инем.

Яна Насироваhttps://vk.com/video-85076499_456242302

Былтырғы йәй тәбиғәт янғындарының һаны һәм зыян күргән майҙандарҙың күплеге менән иҫтә ҡалды. 14 гектар ерҙе ут ялманы. Янған баҫыуҙар, көйгән ағастар, төтәгән түңгәктәр. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре алһыҙ-ялһыҙ тәбиғәт ғәрәсәте менән көрәште. Һөҙөмтәлә, бер тораҡ пунк та зыян күрмәне.

Бер мең 216 бүлексәлә эшләүсе 11 меңдән ашыу хеҙмәткәр тәүлек әйләнәһенә республиканың хәүефһеҙлеге һағында тора. Башҡортостанда 988 ирекле янғын һүндереү отряды бар. Былтыр улар 2 меңдән ашыу янғынды һүндерә, был дөйөм статистиканың 24 процентын тәшкил итә.

Уларҙың иҫтәлегенә Өфөләге Хеҙмәт бурысын үтәү ваҡытында һәләк булған янғын һүндереүселәр һәйкәленә сәскә һалынды. Шунда уҡ хәрби ант биреү тантанаһы үтте. Янғын һүндереүселәр сафына 8 кеше өҫтәлде.

Янғын һүндереүселәрҙең девизы: иҫкәртеү, ҡотҡарыу, ярҙам итеү. Улар үҙ ғүмере, һаулығы, шәхси мәнфәғәттәренән хеҙмәт бурысын өҫтөн күрә белеп намыҫ менән хеҙмәт итә. Янғын һүндереүселәр араһында осраҡлы кешеләр юҡ.

Әлфинә Килдейәрова