Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре рейд менән сыҡты

Май байрамдарында янғын сығыу осраҡтарын кәметеү маҡсатында урындағы халыҡ менән әңгәмәләр алып барылды, иҫкәрмәләр таратылды.

Рейд сиктәрендә белгестәр тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Янғын ваҡытында йәрәхәтләнгән граждандарҙы ҡотҡарыу юлдары күрһәтелде. Баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә башлыса өлкән йәштәге кешеләр йәшәүен иҫәпкә алып, даими рейдтар ойоштороу күҙаллана.

Флорида Ким