Башҡортостанда 21 йыл элек ауыр енәйәт ҡылыусы ҡатын ҡулға алынған

Әсә кеше үҙенең улын үлтереүҙә ғәйепләнә. Тәфтиш комитетынан һәм Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2001 йылда Сибайҙа 11 йәшлек малай велосипедта сығып киткән еренән хәбәрһеҙ юғала.

Оҙаҡ ваҡыт дауамында енәйәтте асыҡлап булмай, тик 16 йыл үткәндән һуң ғына баланың ҡалдыҡтары урманда табыла. Әммә хоҡуҡ һаҡсылары был юлы ла үлтереүсенең эҙенә төшә алмай. Ҡот осҡос енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүсе быйыл ғына асыҡлана. Әлеге ваҡытта ҡулға алыныусы ҡатын үҙ ғәйебен таныған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, әсә балаһын быуып үлтергән тип билдәләнә.

Енәйәт эше материалдарын ҡайтанан өйрәнеп, малайҙың туғандарынан ҡабаттан һорау алғандан һуң, яңы шаһиттар барлыҡҡа килә. Өҫтәмә рәүештә оператив-эҙләү саралары, заманса эксперт тикшереүҙәре үткәрелә. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса баланы үҙенең әсәһе үлтереүе, ә уның бергә йәшәгән иптәше ҡатынды енәйәт ҡылыуға этәргән булыуы асыҡлана.

Евгений Каневский, Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе өлкән ярҙамсыһы

Илдар Байбулатов