Ошо уңайҙан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы.
«Бар йөрәктән Рәсәйҙең янғын һағы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, һөнәри оҫталығығыҙ, бурысығыҙға тоғро ҡалыуығыҙға һоҡланабыҙ. Кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып, утҡа ҡаршы көрәшеп, йыш ҡына үҙегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуяһығыҙ.
Былтыр республикала 11 меңдән ашыу янғын һүндерелгән, мең ярым кешенең ғүмере ҡотҡарылған. Янғын һағы бүлексәләре артабан да ауыл-ҡалаларыбыҙҙы уттан һөҙөмтәле һаҡлар, тип ышанам. Яуаплы хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, һеҙгә һәм яҡындарығыҙға именлек теләйем!» – тиелә Башҡортостан башлығы ҡотлауында.
Рәмилә Исмәғилева