Тәүлек эсендә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 2000-дән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын асыҡланған, иҫерек килеш транспорт менән идара иткән 40 водитель туҡтатылған. Алкотестер ҡайһы бер водителдәрҙең ҡанында алкоголь кимәле норманан 10 тапҡыр юғары күрһәтеүен күрһәткән. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
29 апрелдә киске сәғәт 9 тирәһендә оператив -профилактик рейд барышында Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары юғары тиҙлектә хәрәкәт иткән етенсе модель «ВАЗ» автомобиленә иғтибар итә. Күпмелер ваҡыт эҙәрлекләгәндән һуң Октябрьский ҡалаһының Ленин проспекты 36-сы йорт адресы буйынса инспекторҙар был автомобилде туҡтатыуға ирешә. Руль артында 15 йәше лә тулмаған, водитель таныҡлыҡһыҙ үҫмер ултырыуы, ә транспорт рәсми теркәүҙән алыныуы асыҡлана.
Үҫмер шунда уҡ транспорт менән идара итеүҙән ситләтелә. Административ хоҡуҡ боҙоу статьяһына ярашлы, уға 15 меңгә тиклем штраф янай. Был хаҡта мәғлүмәт бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияға йүнәлтелгән, ә автомобиль махсус туҡталҡаға оҙатылған. Штрафты ата-әсәһе түләйәсәк.
Шишмә ҡасабаһының Киров урамында инспекторҙар наряды иғтибарын тыҡрыҡтан юғары тиҙлектә елдереүсе бишенсе модель «ВАЗ» йәлеп итә. Водитель киҫкен хәрәкәттәр яһай. Инспекторҙарҙың туҡтарға тигән талабын инҡар итә, Шишмә ауылында йәшәгән 38 йәшлек ирҙе Ыҫлаҡ ауылы эргәһендә туҡтатыуға өлгәшәләр. Ҡыҙмаса водитель ҡаршылаша, медицина экспертизаһы үтеүҙән баш тарта.
Эскән килеш автомобилгә идара итеүсе водителгә ҡарата административ протокол төҙөлгән. Уның автомобиле махсус туҡталҡаға оҙатылған. Водитель шулай уҡ штраф түләйәсәк, медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡаны өсөн суд яуаплылығына тарттырыласаҡ.
Арыҫлан-Шишмә – Ҡырғыҙ Миәкә юлындағы юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәпсеһе – 28 йәшлек ҡатын. Өсөнсөгә эскән килеш туҡтатылған автоледиға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, етди тикшереү үткәреләсәк, ти Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге һағында тороусылар. Алкотестр уның ҡанында алкоголь норманан ун тапҡырға юғары булыуын асыҡланған.
Алда оҙайлы май байрамдары. Был осорҙа водителдәрҙән айырыуса уяулыҡ талап ителә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен инҡар итмәүҙәре төп шарт булып тора.
Гүзәл Борханова