Благовещен ҡалаһының 9 проекты Президент гранттары фонды еңеүселәре тип билдәләнгән. Маҡсат музейҙы модернизациялау, экологик өмәләр үткәреү һәм яңы арт-объекттар урынлаштырыу. Дәүләт ярҙамында урындағы халыҡ тыуған ҡалаһын төҙөкләндерә. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
Был залдың төп экспонаты - кешеләр. Яраланған һалдат, генерал, шәфҡәт туташы. Благовещен ҡалаһының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре күргәҙмәләр залында уҡ театрлаштырылған тамаша әҙерләй. Быларҙың барыһы ла һуғыш йылдарын ентекле итеп күрһәтеү өсөн ойошторола.
Бындай модернизация грант ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ. Яңыраҡ музейҙа оҫтахана ла асыла, унда ҡул эштәре өсөн кәрәк-яраҡлы ҡоролмалар һатып алына. Шуға күрә музей хеҙмәткәрҙәре тамашалар өсөн үҙҙәре костюмдар әҙерләй аласаҡ.
Гранттар конкурсында музей хеҙмәткәрҙәре генә ҡатнашып ҡалмай. Урындағы халыҡ кешеләр күпләп ял иткән биләмәләрҙе дәүләт ярҙамында төҙөкләндереү менән мәшғүл. Мәҫәлән, Благовещен ҡалаһы үҙәгендә урынлашҡан ҙур булмаған һыу ятҡылығын урындағы колледж студенттары тәртипкә килтерә. Грант аҡсаһына төҙөлөш материалдары һатып алына, эскәмйә, арт-объекттар ҡуйыла, сәскәләр ултыртыла.
Йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға булышлыҡ итеү һәм экологик өмәләр ойоштороу. Был проекттарҙың барыһы ла дәүләт һәм урындағы эшҡыуарҙар ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Благовещен районы халҡы “Яҡшы эштәр формулаһы” конкурсына киләһе йыл да заявка бирә ала. Иң мөһиме - ҡурҡмаҫҡа һәм йәшәгән урындарҙы төҙөкләндереү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр менән ҡулланып ҡалырға, тип ҡеүәтләй ойоштороусылар.
Әлфинә Килдейәрова