Йыл һайын әрүахтарҙы иҫкә алып, зыяраттарҙы тәртипкә килтереү 2 майҙа башҡарылып килде, быйыл Ураҙа байрамы осорона тура килеү сәбәпле, был дата 30 апрелгә күсерелде. Был көндө Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар, ниндәй дин тотоуына ҡарамаҫтан, зыяраттарҙы тәртипкә килтерҙе. Теманың дауамы Баймаҡ районынан әҙерләнгән репортажда.
Зыяраттарҙы таҙалап, тәртиптә тотоу кешелектең мөһим бурысы. Иртә менән ҡала халҡы мәрхүм туғандары ерләнгән урынға юлланды. Әхәт Ғүмәров бындай өмәләрҙән бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай. Бөгөн дә ул зыярат ҡоймаларын рәтләне.
Бөткән Иҙелбай ауылы зыяратын таҙартыуға ла халыҡ күпләп йыйылды. Былтыр октябрҙә геән дөйөм көс менән уның ҡоймалары яңыртылғайны.
Әхмәр Төхвәтуллин йыл һайын үҙенең шәхси КАМазы менән зыяраттарҙан сығарылған сүп-сарҙы ташып түгә. Изге ғәмәлде ул ҙур ризалыҡ менән башҡара.
Быйыл был өмәләргә мәктәп коллективтары ла ҡушылды, Улар ҡарауһыҙ ҡалған ҡәберлектәрҙе буяуны, ҡый үләндәрен, ҡыуаҡтарҙы ҡырҡып таҙаланы.
Мәрхүмдәрҙе ҡаланың дүрт зыяратында ла иҫкә алдылар. Сарала ҡала хакимиәте, дин әһелдәре лә әүҙемлек күрһәтте. Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре өмә ваҡытында махсус дежурлыҡ ойошторҙо.