Улар хәҙер операциялар ҙа яһай, спорт ярыштарында ла ҡатнаша, һыйыр ҙа һауа, хатта ҡош-ҡорт та ҡарай. Йәғни автоматлаштырылған техника хәҙер төрлө өлкәләрҙә кешене алмаштыра ала.
Тормоштоң был ысынбарлығы менән Башҡорт дәүләт аграр университетында ойошторолған республика чемпионатында ла танышырға мөмкин. Майҙанда уҡыусыларҙың робототехника буйынса асыштары ҡуйылған. Улар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова танышты.
Йылытыу, туҡландырыу, таҙартыу системаһы менән йыһазландырылған был ҡумта һәр ауыл кешеһе өсөн оло ярҙамсы. Уны ҡошсолоҡ тармағында ҡулланырға мөмкин. Себештәр өсөн тылсымлы ояны Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбенән Сәйфетдиновтар уйлап сығарған.
Өфөнән Марат Рафиҡовтың асышы ла ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Роботлаштырылған был комплексты мал һимертеү өсөн файҙаланырға була. Мараттың остазы Радомир Абдуллин әйтеүенсә, бында ҡул көсө ҡулланылмай тиерлек.
Залда ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән проекттар күп. Йәшелсә үҫтереү, метеохеҙмәт өсөн ҡулланылғандары бар. Һәр береһе тулыһынса автоматлаштырылған. Белгестәр әйтеүенсә, әлеге ваҡытта аргар тармаҡ та заман технологияларына күсә. Ә был чемпионатта күләмле етештереүгә бөгөндән тәҡдим итерлек асыштар байтаҡ.
Робототехника буйынса чемпионат төрлө йәш категорияларныда 10 йүнәлеш буйынса үтә. Ойоштороусылар билдәләүенсә, был ярышта ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта. Проекттар ҙа ҡатмарлыраҡ була бара. Республика чемпионатында еңеүселәр Санкт-Петербург ҡалаһында үткән ярышта Башҡортостан данын яҡлай.
Балаларҙың роботтар менән ҡыҙыҡһыныуы осраҡлы түгел. Заман технологиялары бөгөн ҡул хеҙмәтен алмаштыра, тормошто еңелләштерә. Ә технологияларҙың йәш быуын күңеленә уйын формалары аша һалыныуы айырыуса һөҙәмтәле. Сөнки роботтар менән футбол уйнарға, сәкән һуғырға ла мөмкин.
Рәмзиә Кәримова