Өфөлә «Бишек йырҙары – халҡым мираҫы» ҡала конкурсының финалы уҙҙы

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған конкурста мәктәпкәсә йәштәге балалар, педагогтар һәм ғаиләләр ҡатнашты. Туған телдәрҙә моңло бишек йырҙары яңғыраны.

Гран-приҙы 308-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Риана Күсмәева яуланы. Тәрбиәселәр араһында еңеүсе тип ошо уҡ баҡсала эшләүсе Рәшиҙә Ғибәҙуллина табылды. 166-сы балалар баҡсаһынан Бәшәровтар - ғаилә сығыштары араһында иң яҡшыһы тип билдәләнде.