Өфө ойошмалары араһында йөҙөү буйынса эстафета ойошторолдо

Ҡала хакимиәте белгестәре, дауахана, сауҙа үҙәктәре, хәрби часть хеҙмәткәрҙәре командаларға тупланып спорт һәләттәрен һынаны. Ярыштан Башҡортоствн юлдаш телеканалы каналы хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Төрлө ойошмаларҙа эшләүсе хеҙмәткәрҙәр бассейнда йөҙөп көс һынаша. Хәрбиҙәр, табиптар, журналистар, сауҙа үҙәктәре хеҙмәткәрҙәрен йыйылған командалар үҙ ойошмаһын яҡлап ваҡытҡа уҙыша.

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре лә эстафетанан ситтә ҡалманы. Зәңгәр экрандар аша тамашасыларға яҡшы таныш Евгений Романов та үҙ көсен һынап ҡараны. Тыуған көнөн билдәләгән алып барыусы йөҙөү спорты менән бәләкәйҙән дуҫ.

Эстафетала ҡатнашыусылар әйтеүенсә, бәйге призлы урын алыу өсөн түгел – аралашыу һәм сәләмәт тормошто яҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Эш көндәренән һуң бассейнда йөҙөү көс, дәрт өҫтәй.

Өфө ойошмалары араһында үткән ярышта беренсе урынды Ленин районы хакимиәте бүлеге командаһы яуланы. Улар дөйөм һөҙөмтәләр буйынса иң күп балл йыйып, еңеүсе тип табылды. Йәйгә теннис, футбол, волейбол кеүек спорт ярыштарын ойоштороу ҙа күҙаллана.

Флорида Ким