Башҡортостан Бөтә Рәсәй халыҡ фронты һәм Рәсәй тимер юлдары иғлан иткән "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" акцияһына ҡушылды. Был проектҡа ярашлы, илдең 60-тан ашыу төбәгенән гуманитар ярҙам вагондары йыйыла. Бөгөн "Өфө" тимер юл вокзалында республика вагонын оҙатыуға арналған тантаналы митинг үтте. Хәрби бәрелештәр ветерандары берлеге рәйесе Тимерйән Рәжәпов белдереүенсә, әле Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары, тәү сиратта, төҙөлөш материалдарына мохтаж.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Беҙҙең халыҡ ярҙамсыллығы, мәрәхәмәтле булыуы менән айырылып тора. Башҡортостандың район һәм ҡалаларында тәүге көндәрҙән үк Донбасс халҡы өсөн гуманитар ярҙам туплау башланды”, - тине вагонды оҙатыу тантанаһында республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт"Гуманитар ылауҙы Мәскәүҙә ҡаршылаясаҡтар”, - ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт