Бөгөн барлыҡ мосолман донъяһы Ураҙа байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан Президент Владимир Путин ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе. Ил мосолмандары мәңгелек рухи ҡиммәттәргә таянып йәмғиәттә милләт-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыуға, мәҙәни күп төрлөлөктө һаҡлау ҡалыуға, илебеҙҙең өҫтөнлөклө мәнфәғәттәрен яҡлауға лайыҡлы өлөш индерә.
Дәүләт башлығы тәбрикләүендә сәләмәтлек, бәхет, энергия һәм игелекле эштәр башҡарыу өсөн көс-ҡеүәт теләүен белдергән.