Йәмәғәт имам-хатиб Илнур хәҙрәт Ғиниәтуллиндың байрам вәғәзен тыңлағандан һуң тигеҙ сафтарға баҫып ғибәҙәт ҡылды. Доғаларында мосолмандар илебеҙгә именлек, халҡыбыҙға муллыҡ теләне. Ишембайҙа йылдан-йыл ураҙа тотоусылар һаны арта.
Мохтаждар һәм фәҡирҙәрҙең хәлен аңлау, изге ғәмәлдәр ҡылыу Рамаҙан айының төп мәғәнәһе. Байрам уңайынан, мәсеттә халыҡҡа ғәйет былауы бешерелде.
Рафиҡ Әхмәтшин