Өфөгә ингән урында ҙур Z хәрефе ҡабынды. Украиналағы махсус операцияға ярҙам символы Республика менән идара итеү бинаһында барлыҡҡа килде. Уның фото һәм видеоһы менән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашты.
«Егеттәребеҙ илебеҙҙе яҡлағанда һәм беҙ ысын фашизимға ҡаршы торғанда, республиканың баш ҡалаһына ингәндә барыһы ла күрһен тип «Беҙ Рәсәй менән, Президент менән!» тигән яҙыу элдек», – тигән Башҡортостан башлығы.