Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин кредиттарҙың Үҙәк Банк билдәләгән ставка күләмен йөҙ процентҡа субсидиялау тураһында күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Аграрийҙар ташламалы кредитты ауыл хужалығы техникаһы һатып алыу, һөтсөлөктө үҫтереү , орлоҡ һәм генетика селекцияһы үҙәктәре төҙөү өсөн инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға тотона ала.
Займдарҙы ике йылдан 15 йылға тиклем алырға мөмкин. Был сара ауыл хужалығында эшләүселәргә арзан займдар алыуҙы еңеләйтә һәм ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа ҙур ярҙам буласаҡ, тип иҫәпләй белгестәр.
Айнур Кәбиров