Йәмғеһе аграрийҙарға 63 мең гектар майҙанда иртә культуралар сәсеү бурысы ҡуйылған. Зәбир Ғәйетовтың крәҫтиән-фермер хужалығында әле көнбағыш ултыртыу менән мәшғүлдәр. Майлы культура барлыҡ сығымдарҙы ла ҡаплай , ти фермер. Ниндәй юғалтыуҙар бар һәм сығымдар аҡланырмы? Әлшәйҙә яҙғы баҫыу эштәре барышы менән БЮТ каналы хәбәрселәре лә ҡыҙыҡһынды.
Яңы сәсеү миҙгелен яңы тракторҙа. Механизатор Илтузар Хәбибуллин быйыл Беларустың күген ҡыҙылына алмаштырған. Сағыуыраҡ төҫлөһө ҡеүәте, етеҙлеге яғынан да иҫкеһен уҙҙыра. Сәсеү ваҡыты күпкә тиҙерәк, ти Илтузар. Орлоҡторҙы ла бит компьютер сәсә.
Зәбир Ғәйетовтың хужалығы Һуңғы ике йылда ғына 11 миллион һумдан ашыуға техника яңыртҡан. Һөҙөмтәлә эштәр ҙә етеҙерәк башҡарыла. Ошо рәүешле техника алыуға киткән сығымдар ҙа тиҙерәк ҡаплана. Өҫтәүенә, хужалыҡта юғары килемле культураларға өҫтөнлөк бирәләр.
Ғөмүмән , Әлшәйҙә техника яңыртыу ауыл хужалығындағы өҫтөнлөклө сәйәсәт. Былтыр ғына район фермерҙары 317 миллион һумға 56 берәмек төрлө ауыл хужалығы агрегаты һатып алған. Шул иҫәптән күпселеге сит илдеке. Техника паркы яңы булғанлыҡтан көнбайыштың санкциялары ла әлегә борсомай, ти аграрийҙар.
Әлшәйҙә әле иртә культуралар 26 мең гектарҙа сәселгән. Ярауай сәсеүҙе 9-10 көндә тамамларға иҫәп тоталар. Ләкин ужым ғына эштәрҙе бер аҙ тотҡарлай. Былтырғы ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә ҡайһы бер хужалыҡтарҙа көҙҙән сәсеп ҡалдырылған бөртөклөләр баш күтәрмәгән. Хәҙер был яландарҙа ҡабаттан сәсеү эштәре башҡарыласаҡ.
Айнур Кәбиров