Тәбиғәткә иғтибар менән. «Ҡыҙыл шишмә» ойошмаһы студенттар араһында пластик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса конкурс иғлан итте. Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә ойошторолған сарала йәштәргә ҙур проекттар менән ярҙам итеү бурысы ҡуйыла.
Пластик ҡалдыҡтарҙы, шешәләрҙе экологик күҙлектән зыянһыҙ эшкәртеү юлдарын уйлап табыусы студенттарға 200 мең һум приз ҡаралған. Конкурстың финалы октябрҙә үтә.
Флорида Ким