Пилот проектта тәүгеләрҙән булып Өфө районы ҡатнаша. Яҡын киләсәктә файҙалы һөт ризығын республиканың башҡа төбәктәренә лә таратыу планлаштырыла.
Биойод менән байытылған йогурт уҡыусылар күңеленә хуш килде. Билдәле булыуынса, йодҡа ҡытлыҡ Рәсәйҙең бөтә субъектарында, шул иҫәптән Башҡортостанда ла күҙәтелә. Төбәктәге экологик хәл һәм йод етешмәүҙе иҫәпкә алып «Һөт кухняһы» аҙыҡ-түлек рецептураһына йод ҡушыу буйынса эшмәкәрлекте йәйелдерҙе.
Бөгөн Михайловка ауылы мәктәбендә 670 уҡыусы белем ала. Балалар баҡсаһында 200-гә яҡын ҡыҙ һәм малай тәрбиәләнә. Йәш быуындың барыһы ла биойодлы йогурт менән туҡлана.
Илдар Байбулатов