«Ер хәтере» республика хәрби патриотик марафонында ҡатнашыусылар бөгөн Белоретҡа барып етте

Эстафета Иҙел башында. «Ер хәтере» республика хәрби патриотик марафонында ҡатнашыусылар бөгөн Белоретҡа барып етте. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ гильзаға ҡара тупраҡ оҙатыу акцияһы район үҙәгендәге төп мемориалда үтте. Белоретҡа шулай уҡ Бөрйән, Учалы, Әбйәлил райондары һәм Межгорье ҡалаһы вәкилдәре килде. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.

112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугиры, гвардия ефрейтор Ғилметдин Әғзәмовтың ейәне Илдар Әғзәмов өсөн Еңеү көнө иң күркәм байрамдарҙың береһе. 9 май алдынан яҡташтары өсөн ул Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хәрби кейем тегә. Тәү сиратта балалар өсөн. Йәш быуын шанлы үткәндәрҙе белеп үҫһен, ата-олатайҙарҙың тиңһеҙ батырлығы онотолмаһын өсөн, ти ул.

«Ер хәтере» республика марафонына саҡырыу алғас ул олатаһының нигеҙе, Белорет районы Ҡаҙыш ауылынан бер ус ҡара тупраҡ барып алды. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы сафында дошмандар менән алышҡан Ғилметдин Әғзәмовтың  хәтере лә Өфөләге һәйкәлдә сағылыш табырға тейеш тигән фекерҙә яугирҙың балалары.

Халыҡта, тупраҡ тарих һаҡлай, тигән әйтем бар. Шуға ла республика марафоны барышында ер район үҙәктәрендәге мемориалдарҙан алына. Улар Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының исеме мәңгеләштерелгән. Тимәк, гильзаға һалынған ҡара тупраҡтың да мәғәнәһе ҙур.

Иҙел башынан ер оҙатыу тантанаһына күрше Бөрйән, Учалы, Әбйәлил райондары һәм Межгорье ҡалаһы вәкилдәре саҡырылды. Ғәзиз Ватандың бер ус ҡара тупрағы һалдат каскаһында килтерелеп, махсус гильзаға һалынды. «Ер хәтере» марафонында ҡатнашыусылар араһында Бөрйән районы Байназар ауылынан хәрби бәрелештәр ветераны Сәғит Алтынбаев та бар. Ул Афғанстандың утлы юлдарын үткән.

Акцияның маҡсаты – Ватан һаҡсыларының быуындар бәйләнешен дә сағылдырыу. Бөгөн арабыҙҙан китеп барған Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары сафын Афғанстанда, төньяҡ Кавказда сынығыу үткән ир-егеттәребеҙ ала. Уларға алмашҡа йәштәр ҙә үҫеп килә. Шуға ла илһөйәрлек тәрбиәһе, бигерәк тә донъя кимәлендә хәрби-сәйәси хәл киҫкенләшкән осорҙа икеләтә әһәмиәтле, – тигән фекерҙә Әбйәлил районы Асҡар ауылы егете Рузил Низаметдинов.

Һәр район хәтер гильзаһына үҙ өлөшөн индергәс тә, башҡорт атлыларын һынландырған төркөм республика буйлап сәфәрен дауам итте. Иртәгә марафонды Мәләүез һәм Әлшәй райондары ҡабул итә. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугиры, гвардия ефрейтор Ғилметдин Әғзәмовтың нәҫеле иһә Еңеү байрамына әҙерлек башланы. Илебеҙҙе фашизмдан ҡотҡарған батыр Совет һалдаттарының хәтере мәңгелек.

Рафиҡ Әхмәтшин