Контр-адмиралды «Өфө» аэропортында Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук ҡаршы алды.
Башҡортостан менән Төньяҡ флотты күптәнге хеҙмәттәшлек бәйләй, ике яҡ араһында берлектәге эшмәкәрлек хаҡында килешеү ҡабул ителгән. Был юлы ла бай йөкмәткеле программа ҡаралған.
Ҡунаҡтар мәғариф учреждениеларында ойошторолған патриотик сараларҙа ҡатнаша, хәрби хеҙмәт йәшендәге егеттәр менән осрашыуҙар ойоштора. Шулай уҡ делегация составында Төнтяҡ флоттың хоккей командаһы ла бар. Спортсылар «Салауат Юлаев» клубы менән дуҫтарса матч ойошторорға ниәтләй.
Рәмзиә Кәримова